Результаты конкурса "Урал Батыр"
Июнь 12, 2025
Просмотров: 1946
8 июнь - "Урал батыр" эпосы көнө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 30 майҙағы указына ярашлы, 8 июнь Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнде. Ошоға ярашлы, район һәм ҡалаларҙа төрлө саралар үткәрелде. Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге ойошторған конкурста Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Улар - Искәндәрова Азалия, Хәйруллин Инсаф, Мөхәмәтҡолова Ынйы.
4-се класс уҡыусыһы Хәйруллин Инсаф 'Һүрәт" номинацияһында 1-се урын яуланы. Ул Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды. Афарин, балалар! Артабан да яңы үрҙәр яуларға насип булһын.
4-се класс уҡыусыһы Хәйруллин Инсаф 'Һүрәт" номинацияһында 1-се урын яуланы. Ул Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды. Афарин, балалар! Артабан да яңы үрҙәр яуларға насип булһын.